+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июль 2020, 16:55

Ташламалы һалым түләүселәр исемлеге киңәйтелә

Башҡортостанда айырым категория һалымдың ябайлаштырылған системаһын ҡулланып түләүсе эшҡыуарҙар өсөн түбән ставкалы һалым билдәләнде.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда айырым категория һалымдың ябайлаштырылған системаһын ҡулланып түләүсе эшҡыуарҙар өсөн түбән ставкалы һалым билдәләнде.
Төбәк парламенты ҡабул иткән ошо туралағы закон, үҙ көсөнә инде. Документҡа ярашлы, ташламалы һалым түләүселәр исемлеге киңәйтелгән. Исемлеккә ваҡлап һатыу итеүселәр, транспорт, нәшриәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгәндәр өҫтәлгән. Шулай уҡ һалым кәметеүгә стоматология клиникалары, музейҙар, зоопарктар иҫәп тота ала. Тик уларҙың 70 процент килемен ошо профилле эшмәкәрлек килтерергә тейеш. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, был иҡтисадты тотороҡландырыуға, эшһеҙлекте кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: