Ул Стратегик инициативалар агентлығы етәксеһе менән осрашып, Тәбиғи ресурстар министрлығы, Ростуризм вәкилдәре менән милли парктар тирәләй туристик кластерҙар булдырыу кәрәклеге хаҡында әйтте.
“Беҙҙең ҡалаларҙа һәм төбәктәрҙә туризмды үҫтереү мөмкинлектәре ҙур, шуға күрә эске туризм йүнәлештәрен аныҡлау мөһим. Әлегә инвест-проекттар буйынса эш башланды, йыл аҙағына уларҙың иң яҡшы унауһы һайлап алынасаҡ”, — тине Премьер.