Ошондай линия Яңы Черкассы ауылындағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонында эшләй башланы. Ул сүп-сарҙы шәберәк сортировкаларға, күберәк биләмәне, шул иҫәптән алыҫ һәм үтеүе ауыр булған участкаларҙы иңләп сығырға ярҙам итәсәк. Әле мобиль сортировкалау линияһы эше Ҡырмыҫҡалы районында башланған. Киләсәктә төбәк операторы үҙе булған бар райондарҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең тулы инфраструктураһын барлыҡҡа килтермәксе. Ошоноң менән бәйле төбәк операторы яңы эш урындары ла булдырырға ниәтләй.
Мобиль сортировкалау линияһының етештереүсәнлеге йылына 50 мең тонна тәшкил итә. Был комплекс ауыр йөк ташыусы трактор һәм еврофура менән күсереп йөрөтөлә. Ул ҡапсыҡтарҙы ҡырҡыу өсөн махсус бысаҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителгән. Әйткәндәй, бындай махсус техника – республикабыҙ ғына түгел, илдең күп төбәктәре өсөн яңылыҡ.