+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Август 2020, 11:20

Санавиация халыҡҡа тәүге медик-санитар ярҙамды тиҙләтеү өсөн мөһим

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда дүрт йыл эсендә ун яңы вертолет майҙансығы барлыҡҡа килергә тейеш. #национальныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда дүрт йыл эсендә ун яңы вертолет майҙансығы барлыҡҡа килергә тейеш.
Өс майҙансыҡ Өфөлә, ҡалғандары – Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Мәсәғүт һәм Асҡында буласаҡ. Өфөлә санавиация майҙансыҡтары тән бешеүе сирҙәре үҙәге булған 18-се дауахана, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы һәм республика клиник перинаталь үҙәге янында буласаҡ. Бер майҙансыҡты хеҙмәтләндереү йылына 960 мең һум тәшкил итәсәк.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылға тиклем санавиацияның осоп сығыуҙары 111-гә тиклем артырға тейеш. 2013 йылдан алып республикала санавиация хеҙмәттәрен күрһәтеү осраҡтары кәмегән: 2010 йылдағы 63 осоуҙан 2017 йылда ни бары биш осош яһалған.
Фото "Башинформ"дан.
Читайте нас: