+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Август 2020, 10:30

Эшҡыуарҙарға баттл ойошторола

Был проект Башҡортостандағы алдынғы эшҡыуарҙарҙың тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, үҙ эшен башлаусыларға һәр яҡлап ярҙам итеү өсөн эшләнә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Был проект Башҡортостандағы алдынғы эшҡыуарҙарҙың тәжрибәһе менән уртаҡлашыу, үҙ эшен башлаусыларға һәр яҡлап ярҙам итеү өсөн эшләнә. Сараның ситтән тороп ойошторолған өлөшө 1-нән 20 авгусҡа тиклем үткәреләсәк. Шулай итеп, 20 йәш эшҡыуар үҙ-ара баттл формаһында ярышасаҡ.
Сарала 18 йәше тулғандар, йәшәү урыны буйынса республикала теркәлгәндәр һәм йәшәгәндәр ҡатнаша ала. Ғаризаны app.delo102.ru/c/bizbatt сайты буйынса 20 авгусҡа тиклем ебәрергә мөмкин. Быйыл сентябрҙән декабргә тиклем дүрт этап ойоштороласаҡ.
Финалға сыҡҡандар үҙҙәренең әҙер эшҡыуарлыҡ проекттарын ойоштороу комитеты ағзаларына күрһәтә аласаҡ. Еңеүсене бүләктәр көтә. Ярыш барышына тәжрибәле эшҡыуарҙар, төбәк министрлыҡтары, ведомстволары вәкилдәре күҙәтәсәк. Сара ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты сиктәрендә ойошторола.
Фото: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Читайте нас: