+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
11 Август 2020, 10:30

Беренсе ярты йыллыҡта Башҡортостан бюджетына 94,1 миллиард һум ингән

2020 йылдың ғинуар-июнендә Башҡортостан бюджетына 94,1 миллиард һум ингән, йыллыҡ планға 40,7% үтәлгән, тип хәбәр иттеләр республика Финанс министрлығынан. Республика һалым һәм һалымға ҡарамаған килем күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында — 20-се, Волга буйы федераль округында 4-се урынды биләй.

Һалым һәм һалымға ҡарамаған килем 55 миллиард һум ингән — 2019 йылдың ғинуар-июненә ҡарағанда 13,4 миллиардҡа аҙыраҡ. Планға ҡарата үтәлеш 37,2% тәшкил иткән,16,8% кәм.
Федераль бюджет субсидияһы 39,1 миллиард һум тәшкил иткән — уҙған осорға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк (+19,8 миллиард һум), йыллыҡ планға бөтәһе 51,2%.
«Федераль ҡаҙнаның ярҙамы һәм бюджет сығымдарын төҙәтеү республика ҡабул иткән социаль йөкләмәләрҙе үтәргә, тәү сираттағы сығымдарҙы өҙлөкһөҙ финанслауҙы тәьмин итергә, һаулыҡ һаҡлауға тейешле аҡса йүнәлтергә, милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу темпын һаҡларға мөмкинлек бирҙе», — тип билдәләнеләр Финанс министрлығында.
Республика бюджеты сығымдары 14,3 миллиард һум үҫеш менән үтәлгән — 104,6 миллиард һум. Йыллыҡ план 41,3%башҡарылған.
Читайте нас: