+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Август 2020, 18:10

Башҡорт балы –Африкала

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “Аграр сәнәғәте комплексы продукцияһын экспортлау” федераль проекты күрһәткестәренә ярашлы, 2024 йылға республикала ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау күрһәткесе 230 миллион долларға етергә тейеш.#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының “Аграр сәнәғәте комплексы продукцияһын экспортлау” федераль проекты күрһәткестәренә ярашлы, 2024 йылға республикала ауыл хужалығы продукцияһын экспортлау күрһәткесе 230 миллион долларға етергә тейешХалыҡ-ара стандарттарға яуап бигән өлгөләр – башҡорт балы ла – сит илдәргә оҙатыласаҡ..
Шифалы, хуш еҫле балыбыҙҙы Японияла, Америкала, Фарсы ҡултығында һәм Африкала йәшәүселәр тәмләп ҡараясаҡ.
Йәй башынан умартасыларыбыҙ 20 тонна тирәһе татлы аҙыҡты сит илдәргә оҙатҡан. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ошондай күләмдәге балды ай һайын экспортҡа сығармаҡсылар.
Әле башҡорт умартасылары башҡорт балының яңы партияһын экспортҡа сығарыу өсөн әҙерләй. “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан референт үҙәгендә башҡорт балын тикшереүҙәр үткәрелә. Яңыраҡ Өфө, Иглин, Күгәрсен, Благовещен, Нуриман һәм Ишембай райондарындағы умарталыҡтарҙа йыйылған татлы ризыҡты тикшергәндәр. Был – экспортҡа сығарыусы “Медовоз” компанияһы һатып алған продукцияның бер өлөшө генә.
Читайте нас: