+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Август 2020, 10:15

Сибайҙа-инвестиция һабантуйы

Бөгөн Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2020” II Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров был сара тураһында социаль селтәрҙә үҙ фекере менән уртаҡлашты.
“Бөгөн асыласаҡ инвестиция һабантуйының әһәмиәтен яҡшыраҡ аңлаһындар өсөн, үткән йылда ойошторолғандың һөҙөмтәләре хаҡында бер нисә һүҙ әйтеүҙе кәрәкле тип таптым. Унда ҡул ҡуйылған килешеүҙәр араһында, мәҫәлән, Һамар ауылында 800 баш малға иҫәпләнгән роботлаштырылған һөт-тауар фермаһын төҙөү проекты ла бар ине. Төҙөлөштөң беренсе сираты тамамланды. Был - илдәге иң уникаль ферма: бар эште роботтар башҡара. Улар һыйырҙарҙы ашата ла, һауа ла. Көн һайын юғары сифатлы 10 тоннаға яҡын һөт һауыла. Евростандарттың бар талаптарына ла яуап бирә. Инвестиция күләме 500 миллион һум тирәһе тәшкил итә.
Тағы бер миҫал. Уҙған инвестиция һабантуйында беҙ ТАВРОС кампанияһы менән Шишмә шәкәр заводы араһында грануллы ҡоро сөгөлдөр һыҡмаһын етештереү буйынса инвесткилешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Сөгөлдөр һыҡмаһы - етештерелгән шәкәрҙән ҡалған ҡалдыҡ, ул малсылыҡта ҡулланыла. Әлеге ваҡытта заводты реконструкциялау тулыһынса тамамланған, ул бер айҙан һуң сафҡа инәсәк. Был проектҡа инвестициялар күләме 452 миллион һум тәшкил иткән.
Мин был проекттар тураһында юҡҡа ҡына һөйләмәнем: беҙ бер сараны ла буштан-бушҡа үткәрмәйбеҙ, һәр ҡайһыһының маҡсаты, һөҙөмтәһе мотлаҡ була.
Үҙ алдыбыҙға аныҡ маҡсаттар ҡуябыҙ, уларҙы тормошҡа ашырыуға өлгәшәбеҙ. Быйылғы инвестиция һабантуйында ла эске туризм өлкәһендәге проекттар, төбәк экспорты үҫешен дәртләндереү, заманса эшкәртеү предприятиелары төҙөү һәм башҡа бик күп темалар буйынса фекер алышасаҡбыҙ. Иң мөһиме - Сибайҙа үҙәк менән Урал аръяғы агломерацияһын формалаштырыу.
Йәнә шуныһы: 20 августа инвестиция һабантуйы барышында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн йыл әйләнәһенә эшләйәсәк һауыҡтырыу лагерының нигеҙ ташы һалынасаҡ”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Читайте нас: