-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Август 2020, 17:35

Башҡортостанда халыҡ-ара форум уҙасаҡ

4 декабрҙә Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында «Экспортлау ваҡыты» халыҡ-ара экспорт форумы үтеүе көтөлә. #национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

4 декабрҙә Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холында «Экспортлау ваҡыты» халыҡ-ара экспорт форумы үтеүе көтөлә.
Был сара «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проект сиктәрендә ойошторола. Былтыр июль айында үткән ошондай форум эшендә төрле илдәрҙән 300-ҙын ашыу кеше ҡатнашҡайны.
Форумда 2019 йылда төҙөлгән килешеүҙәр һөҙөмтәһендә Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Рәсәй экспорт үҙәге” йәмғиәте араһында ике килешеү тураһында мәғлүмәт бар.
Беренсе килешеү электрон сауҙа каналдары буйынса Рәсәй сеймал булмаған экспортты үҫтереүгә ҡағыла. Икенсеһендә «Экспорт форсаж» акселерация программаһын бергәләп ғәмәлгә ашырыу тураһында һүҙ бара. Ул Башкортостан биләмәһендә экспорт йүнәлешле предприятиелар өсөн “Рәсәй экспорт үҙәге” йәмғиәте Экспорт мәктәбе тарафынан эшләнгән.
“Башкортостан халыҡ-ара кооперацияны һәм экспортты үҫтереү буйынса милли проектты тормошҡа ашырыуға актив ҡушылды. Биш төбәк проекты сикьтәрендә беҙ бәләкәй һәм урта предприятиеларҙың донъя баҙарына сығыу бурысын хәл итәбез. Әгәр элек предприятиеларға экспорт менән үҙалла шөғөлләнергә тура килһә, хәҙер улар был мәсьәләлә дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала”, — тип белдерҙе Республика Башлығы Радий Хәбиров.
Читайте нас: