+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Август 2020, 11:05

Баймаҡта сүп-сар эшкәртеү заводы буласаҡ

“Экология” милли проекты сиктәрендә Баймаҡ районында сүп-сар эшкәртеү буйынса яңы комплекс төҙөләсәк.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

“Экология” милли проекты сиктәрендә Баймаҡ районында сүп-сар эшкәртеү буйынса яңы комплекс төҙөләсәк.
Ул йылына 100 мең тонна ҡый эшкәртеү ҡеүәтенә эйә буласаҡ.
Уның проекты менән “Эко-Сити” генераль директоры Семен Земсков Сибайҙа икенсе “Инвестһабантуй” сиктәрендә үткән күсмә хөкүмәт ултырышында таныштырҙы.
Комплексты төҙөүгә 541 миллион һум акса һалыу планлаштырыла. Предприятиела йөҙҙән ашыу яңы эш урындары булдырыу күҙаллана.
Республика башлығы проектты өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерергә һәм 2020 йыл аҙағына тиклем БР Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы менән берлектә предприятиены коммуникацияларға тоташтырыу мәсьәләһендә ярҙам итергә ҡушты.
Ул завод файҙаланыуға тапшырылһа, Әбйәлилдә йыйылған сүп-сарҙы “Эко-Сити” машиналары шунда ташыясаҡ.
Читайте нас: