-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Август 2020, 19:12

Башҡортостанда 210 мең йортҡа газ үтмәгән

“Газпром трансгаз Уфа” асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәрипов “Промчас” күсмә кәңәшмәһендә билдәләүенсә, республикала газификация кимәле 82,7 процент тәшкил итә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Газпром трансгаз Уфа” асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәрипов “Промчас” күсмә кәңәшмәһендә билдәләүенсә, республикала газификация кимәле 82,7 процент тәшкил итә.
2024 йылға республиканың стратегик социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлеше тураһында төбәк башлығы указына ярашлы, был күрһәткесте 90 процентҡа еткереү планлаштырыла.
«Газпром межрегионгаз Уфа» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов хәбәр итеүенсә, һуңғы өс йылда Башҡортостанда газ үткәреү буйынса инвестиция 3,2 тапҡырға артҡан, 80 тораҡ пункты газ торбаһы менән тоташтырылған, быға компания 5,4 миллиард һум аҡса һалған. Ошо осорҙа ойошма көсө менән 47 муниципалитетта 30 мең йорт газ селтәренә тоташтырылған. Республикала газ үтмәгән 210 мең йорттоң, 47 меңе тораҡ пунктында, газ селтәре булып та, тоташтырылмаған. Был бигерәк тә Башҡортостандың Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш райондарына ҡағыла, тине ул.
Читайте нас: