+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Сентябрь 2020, 10:29

Бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнесҡа бөтәһе 418,4 миллион һум ярҙам буласаҡ, шуның 334 миллион һумы төбәк, 84,4 миллион һумы муниципаль бюджеттан.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнесҡа бөтәһе 418,4 миллион һум ярҙам буласаҡ, шуның 334 миллион һумы төбәк, 84,4 миллион һумы муниципаль бюджеттан.
Эшҡыуарҙарға ярҙам саралары буйынса Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында тикшерелде. Киң профилле субсидияны ғаилә, социаль бизнес менән шөғөлләнеүселәр ҡуртым һәм коммуналь хеҙмәттәр, стартап өсөн өлөшләтә түләүгә тотона ала. Инвестиция субсидияһы менән эшҡыуарҙар ҡорамалдар һатып ала, лизинг сығымдарын өлөшләтә ҡаплай, кредиттың процент ставкаһын яба аласаҡ. IT-субсидияһын тауар ташыуға киткән сервис хеҙмәтен ҡаплауға, интернет майҙансыҡта тауар һәм хеҙмәт өсөн, интернет-сауҙаны үҫтереүгә ҡулланып була. Инфраструктура проекттары субсидияһы офис, көнкүреш, туристик һәм һөнәрселек коворкинг үҙәктәр асыуға һәм үҫтереүгә биреләсәк.
Читайте нас: