+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Сентябрь 2020, 10:45

COVID инфекцияһына ҡаршы көрәшеүселәргә аҡса бүленде

РФ Хөкүмәте Премьер-министры М. Мишустин коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшеүселәргә түләүгә 5 миллиард һум аҡса бүленеүе тураһында хәбәр итте.#национальныепроекты#региональныепроекты

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә бүленгән был матди ярҙам тәү сиратта медицина, мәғариф, оборона, социаль тармаҡтарҙа, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүселәргә биреләсәк, тиелә документта. Түләм хеҙмәткәрҙең эш хаҡына бәйле була һәм һәр төбәктә ковид пандемияһы ҡасан башланыуға ҡарап, бүленәсәк.
Читайте нас: