-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Сентябрь 2020, 12:10

Әбйәлилдә – яңы завод

Май айында Башҡортостан Башлығы ҡатнашлығында "Инвестиция сәғәте"ндә "РЕСА" компаниялар төркөмө проекттарын тикшерҙеләр. Уның вәкилдәре республиканың Әбйәлил районында майлы культуралар орлоҡтары эшкәрткән, етен һәм рапс майы етештергән завод төҙөү планы менән уртаҡлашты.

Башҡортостанда үҫтерелгән майлы етен орлоғон Ҡытай һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәре күпләп һатып ала башланы. Мәҫәлән, август айында ғына республика етештереүселәре Ҡытайға – 340 тонна, ә йыл башынан сит дәүләттәргә йәмғеһе 2300 тоннанан ашыу продукция оҙатҡан.
Май айында Башҡортостан Башлығы ҡатнашлығында "Инвестиция сәғәте"ндә "РЕСА" компаниялар төркөмө проекттарын тикшерҙеләр. Уның вәкилдәре республиканың Әбйәлил районында майлы культуралар орлоҡтары эшкәрткән, етен һәм рапс майы етештергән завод төҙөү планы менән уртаҡлашты.
Әле бының өсөн бүленгән майҙансыҡта биналарҙы ремонтлау тамамланған, эш ҡорамалдары һатып алына. Йәлеп ителгән инвестиция күләме 120 миллион һум тәшкил итәсәк. Етештерелгән тауар Ҡытайға һәм Европаға һатыласаҡ.
Аграр тармаҡ продукцияһын экспортлау ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның буйынса 2024 йылға тауар әйләнеше 45 миллиард долларға етергә тейеш.
Читайте нас: