+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
8 Сентябрь 2020, 16:27

Бюджет маҡсатлы тотонола

Муниципаль райондың финанс тармағы иң мөһимдәрҙең береһе. Әбйәлилдәрҙең тормош-йәшәйеше ҡаҙнала аҡса булыу-булмауға, уның тәғәйенләнеше буйынса тотонолоуына ныҡ бәйле.

Муниципаль райондың финанс тармағы иң мөһимдәрҙең береһе. Әбйәлилдәрҙең тормош-йәшәйеше ҡаҙнала аҡса булыу-булмауға, уның тәғәйенләнеше буйынса тотонолоуына ныҡ бәйле. Финансистар һөнәри байрамдарын ниндәй күрһәткестәр менән ҡаршылай? Район аҡсаларына кемдәр идара итә һәм ул нисек тотонола? Ошолар хаҡында район хакимиәте башлығының финанс эштәре буйынса урынбаҫары — финанс идаралығы начальнигы Рәйсә Раил ҡыҙы Латипова бәйән итте:
— Финанс идаралыҡтың төп бурысы — район эшмәкәрлеге буйынса уңышлы стратегия ҡороу, инвестициялар йәлеп итеү. Тап шуның өсөн муниципаль райондың бюджет һәм һалым сәйәсәтен алып бара, ҡаҙнаны килем менән тулыландырыуға бәйле саралар өсөн яуап бирә. Ағымдағы йыл ил иҡтисады өсөн ҡатмарлы булды, коронавирус пандемияһы үҙенең кире йоғонтоһон яһаны. Шуға ҡарамаҫтан, райондың консолидацияланған үҙкилемдәр бюджеты планы үтәлә, сентябргә ҡарата планда билдәләнгән 68,6 процент урынына үтәлеш 79,1 процент тәшкил итте. Район бюджеты буйынса күрһәткестәр ҙә 13,5 процентҡа арттырып үтәлә. Физик берәмектәр килеменә, ер һәм муниципаль милеккә һалымдар планға ҡарата күберәк.
Шулай ҙа, ауыл биләмәләренең үҙкилемдәр буйынса планын үтәү һүлпәнерәк бара. Сентябрь айына үтәлеш 49,2 про-цент тәшкил итә, пландан 19,4 процентҡа артта ҡалыу күҙәтелә. Ҡырҙас, Хәлил, Хәмит, Рауил, Әлмөхәмәт ауыл биләмәләрендә һалым һәм башҡа йыйымдар туплау кимәле түбән. Уларға йылды уңышлы тамамлау өсөн был эште тейешенсә ойошторорға кәрәк.
Райондың консолидацияланған бюджетына 285,7 миллион һум һалым һәм һалым булмаған түләмдәр тупланды. Төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан субвенция, субсидия һәм дотациялар күләме 634,9 миллион һум тәшкил итте. Ағымдағы йылдың 8 айында консолидацияланған бюджет үтәлеше — 818,7 миллион һум, йәғни 54,8 процент. Сығымдарҙың иң күп өлөшө мәғарифҡа йүнәлтелде — 553,8 миллион һум (67,6 процент), дөйөм дәүләт мәсьәләләрен хәл итеүгә 76,7 миллион һум, мәҙәниәткә 68,2 миллион һум тотонолдо. Дөйөм алғанда, бюджет социаль йүнәлешле. Һуңғы йылдарҙа мәғариф, мәҙәниәт, демография, экология буйынса милли проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Районға өҫтәмә саралар йәлеп итеү маҡсатында был проект, программалар менән эшләүгә күберәк көс һалырға кәрәк, тип иҫәпләйем.
Бөгөн райондың финанс идаралығында килем, бухгалтер иҫәбе, финанс контроле һәм мәғлүмәт бәйләнеше, бюджет үтәлеше секторы бүлектәренда бөтәһе 16 кеше эшләй. Берҙәм, тырыш коллектив тупланған. Бухгалтер иҫәбе бүлеге һәм килем бүлегенә тәжрибәле белгестәр, үҙ эше оҫталары Ә. М. Шәғәлина (37 йыл стажға эйә) менән М. М. Миңелйәнова (27 йыл) етәкселек итә. Бюджет бүлеге менән финанс контроле һәм мәғлүмәт бәйләнеше бүлектәре белемле, өмөтле белгестәр Ю. В. Нәбиуллина менән Д. М. Зарипов ҡулдарына ышанып тапшырылған. Э. Р. Садиҡова — бюджет үтәлеше секторының алыштырғыһыҙ етәксеһе. Финанс идаралығының бухгалтерия аппаратын А. Ғ. Әхмәтйәнова алып бара. Г. Г. Мөлөкова, Н. В. Немкова, М. Ф. Тайсин, А. Т. Әхмәтйәнова оҙаҡ йылдар уңышлы эшләй. Һуңғы йылдарҙа коллективҡа йәш кадрҙар — А. И. Моратова, Л. Ф. Рамаҙанова килде. Беҙгә уңайлы эш шарттары булдырыуҙа А. Х. Суфиянов менән Г. Р. Ғәлиуллина көс түгә. Улар барыһы ла үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Бер команда булып фиҙаҡәр эшләгән коллективыма һөнәри байрамыбыҙ уңайынан уңыштар, именлек теләйем. Финанс хеҙмәте ветерандарына ла ҡотлау һүҙҙәрен еткергем килә. Район хакимиәте һәм ауыл биләмәләренән коллегаларыма рәхмәт белдереп, артабан бергә уңышлы хеҙмәттәшлек итербеҙ, тип ышанып ҡалам.
Читайте нас: