+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Сентябрь 2020, 12:41

Еңел сәнәғәт предприятиеларына ярҙам

Еңел сәнәғәт предприятиелары лизинг килешеүе буйынса алған етештереү ҡорамалдары хаҡының 50 процентына тиклем ташлама алыуы мөмкин.#национальныепроекты#региональныепроекты#нацпроектыБашкортостан

Еңел сәнәғәт предприятиелары лизинг килешеүе буйынса алған етештереү ҡорамалдары хаҡының 50 процентына тиклем ташлама алыуы мөмкин.
Бындай ҡарарҙы Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин раҫланы. Документ Министрҙар кабинетының рәсми сайтында баҫылған. Ташлама алыусы предприятие инвестиция проектына ярашлы етештереүҙе модернизациялауға 50 миллион һумдан күберәк аҡса йүнәлтеүе мотлаҡ. Лизинг килешеүе 24 айҙан кәм булырға тейеш түгел. Һалым һәм страховка иғәнәһе буйынса бурысы булмаған, банкротлыҡ процедураһы бармаған Рәсәй ойошмалары компенсация алыуға дәғүә итә ала. Хөкүмәт август айында еңел сәнәғәтте үҫтереүгә бер миллиард һум аҡса бүлде. Иҡтисад милли проектына ярашлы ошондай ярҙам саралары еңел сәнәғәт өлкәһендә техник үҙгәртеп ҡороуға, етештереү күләмен арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: