-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Сентябрь 2020, 12:00

IT-проекттарға ташламалы кредиттар бирелә

“Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә һанлы технологияларҙы киң файҙаланған компанияларға ташламалы кредит биреү мөмкинлеге ҡарала.#национальныепроекты#регпроекты

Бизнесты һанлы технологиялар ярҙамында үҫтерергә теләүселәр өсөн банктар 1-ҙән 5 процентҡа тиклем ставка менән кредит бирәсәк. Был аҡсаны компаниялар маҡсатлы файҙаланырға тейеш, йәғни эш процесына үҙебеҙҙә булдырылған IT технологияларҙы индереү мотлаҡ була. Ташламалы кредиттың минималь күләме 25 миллион һум булһа, максималь күләме — 5 миллиард һумға тиклем.
Читайте нас: