+9 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Сентябрь 2020, 18:55

Юлдарҙы ремонтлауға өҫтәмә аҡса бүленә

Рәсәй төбәктәре 2021 йылда "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә ремонт планын ваҡытынан алда үтәүгә 100 миллиард һумға тиклем өҫтәмә финанслау аласаҡ.#национальныепроекты#региональныепроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй төбәктәре 2021 йылда "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты сиктәрендә ремонт планын ваҡытынан алда үтәүгә 100 миллиард һумға тиклем өҫтәмә финанслау аласаҡ.
Был турала журналистарға Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин хәбәр итте.
- Механизмын эшләнек. Киләһе йылдың ғинуарынан алып, уны ҡуллана башларға килештек, - ти Марат Хөснуллин.
Быйыл Рәсәй Хөкүмәте "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектын арттырып үтәүсе ил төбәктәренә өҫтәмә 100 миллиард һум вәғәҙә иткәйне. Был сумманың яртыһынан күберәге субъекттар араһында бүленгән.
Читайте нас: