Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Сентябрь 2020, 11:10

Үҙмәшғүлдәр һаны ике тапҡырға артҡан

Кем ул үҙмәшғүл? Был хаҡта әйткәндә ошондай һалымды түләүселәр күҙаллана. Ошондай махсус режим 10 йыл ғәмәлдә буласаҡ.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны ике тапҡырға артҡан, тип хәбәр итә республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: үҙмәшғүлдәр өсөн режим (уны һөнәри режимға һалым тип тә атайҙар) эксперимент булараҡ Мәскәү ҡалаһында, Мәскәү өлкәһендә, Калуга өлкәһендә һәм Татарстанда индерелгәйне. Быйыл ғинуарҙан махсус һалым режимын – һөнәри килемгә 4 йәки 6 процент ташлама булған ставкалы һалымды – файҙаланыу буйынса экспериментҡа Башҡортостан да ҡушылды. Ә һөнәри килем – ул эш биреүсеһе, хеҙмәт килешеүе буйынса ялланған хеҙмәткәре булмаған һәм милекте файҙаланыу һөҙөмтәһендә алып барылған эшмәкәрлектән алынмаған табыш.
Апрелдә Башҡортостанда 10,7 мең үҙмәшғүл теркәлһә, сентябрҙә уларҙың һаны ике тапҡырға – 23 мең тирәһенә артҡан. Республикала үҙмәшғүлдәрҙең һаны күп сәбәптәр буйынса күбәйгән. Уларҙың береһе – ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектының “Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу буйынса шарттарҙы яҡшыртыу” проектының һөҙөмтәле тормошҡа ашырылыуы. Шулай итеп, йыл һөҙөмтәләре буйынса һөнәри килемгә һалымды түләүселәр һаны 29,6 меңгә барып етергә тейеш.
Читайте нас в