+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Сентябрь 2020, 10:00

Бюджетта эшләүселәр өсөн һөйөнөслө хәбәр

1 октябрҙән федераль дәүләт учреждениеларында эшләүсе бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы, йыллыҡ инфляцияға ярашлы, өс процентҡа индексациялана.#национальныепроекты#регпроекты

1 октябрҙән федераль дәүләт учреждениеларында эшләүсе бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы, йыллыҡ инфляцияға ярашлы, өс процентҡа индексациялана.
Федераль ҡаҙна, бюджет һәм автономлы учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы күтәреләсәк, шулай уҡ федераль башҡарма власть органдары һәм хәрби частәрҙә эшләүсе граждан персоналы ла, фән һәм социаль өлкәлә, медико-социаль экспертиза тармағында, ветеринар лабораторияларҙа, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыу үҙәктәрендә, гидрометеорологик хеҙмәттә эшләүселәр ҙә өҫтәмә эш хаҡы аласаҡ. РФ Хеҙмәт министрлығынан белдереүҙәренсә, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм халыҡ мәшғүллегенә ярҙам” милли проекты сиктәрендә эш хаҡы күләмен индексациялауға федераль бюджеттан аҡса бүленә.
Читайте нас: