Яҡын арала Башҡортостанда 4,5 миллиард һумға 50 юл сервисы объекты төҙөү күҙаллана. Был хаҡта БР Дәүләт сауҙа комитеты етәксеһе Алексей Гусев белдерҙе. Мәғлүм булыуынса, быйыл августа Республика инвестиция комитеты «ПИК» компанияһының Өфө районында яңы ике заправкалау станцияһы төҙөү проектын хуплаған ине. Станция үҙ эсенә автосервис, магазин һәм ҙур булмаған ҡунаҡхананы ала. Предприятиеның генераль директоры белдереүенсә, төҙөлөш өсөн 130 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк һәм 28 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Әле республикала 11 мең юл серсивы объекты һанала, улар тулыһынса талаптарға яуап бирә. Республика юлдарында йөрөү тағы ла уңайлыраҡ булһын өсөн яңы 250 юл сервисы объектын төҙөү бурысы ҡуйыла. Был эштәр «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.