+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Октябрь 2020, 13:45

Баҡалы сыры һатыуға ҡайта

Данлыҡлы Баҡалы сыры яңынан етештерелә башланы.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Ваҡытында Баҡалы май-сыр заводында тиҫтәгә яҡын төрлө сыр етештерелгән булған. Айырыуса ҙур ихтыяж менән файҙаланған «Голланд сыры» ил күләмендәге күргәҙмәләрҙә миҙалдар менән бүләкләнгән.
Әле килеп «Ауыл хужалығы ҡулланусылар кооперативтарының матди-техник базаһын үҫтереү» федераль программаһында ҡатнашыусы эшҡыуарҙар Радик Нәбиев һәм Юрий Трофимов тыуған ауылдарында сыр етештереүҙе тергеҙергә ниәтләгән. Яңы цех әлегә тест режимында эшләй, рецептура һәм технологик процесс өҫтөндә эш алып барыла. Көн һайын сыр яһау өсөн 850 литр һөт ҡулланыла, йөҙ килограммдан артыҡ сыр эшләнә. Эшҡыуарҙар цехта эште ике сменала ойоштороу һәм яңы эш урындары булдырыу тураһында уйлай. Сырҙан тыш, һөт, кефир, йогурт, эремсек етештереү планлаштырыла.
Читайте нас: