+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Октябрь 2020, 13:59

Шәкәргә, майға хаҡ артҡан

Район үҙәгендә дүшәмбе, кесе йома баҙар көнө булып иҫәпләнә. Был көндө уңған хужа һәм хужабикәләр төрлө ауылдарҙан килеп, үҙҙәренән артҡан һөт ризыҡтарын, ит, йомортҡа, бал һәм йәшелсә-емештәрен баҙарға килтереп һата.

Район үҙәгендә дүшәмбе, кесе йома баҙар көнө булып иҫәпләнә. Был көндө уңған хужа һәм хужабикәләр төрлө ауылдарҙан килеп, үҙҙәренән артҡан һөт ризыҡтарын, ит, йомортҡа, бал һәм йәшелсә-емештәрен баҙарға килтереп һата. Алыпһатарҙар кейем-һалым, аяҡ һәм баш кейемдәре, башҡа кәрәкле әйберҙәр тәҡдим итә. Яҙ һәм көҙ көндәрендә баҙар бигерәк тә йәнләнеп китә. Был аҙнала емеш ағастары һәм ҡыуаҡтары, күп йыллыҡ сәскәләр, хатта бүлмә гөлдәрен һатып алырға теләүселәр бихисап ине. Баҙар хаҡтары менән гәзит уҡыусыларҙы ла таныштырып үтәйек.
Ҡыш яҡынлашҡас, ауыл кешеһе, тәү сиратта, малына бесән-һаламын, ҡош-ҡортона емен хәстәрләй. Был аҙнала бесән йәки һалам һатыусылар артыҡ күп булманы. «Уңыш» стадионы янындағы майҙанда «Газель» машинаһына тейәлгән арпа һаламына 4 мең һум һорайҙар ине. Ә үҙәктәге баҙарҙа шулай уҡ «Газель» машинаһында һоло, арпа ҡатнашмаһынан торған йәшел массаға 6 мең һорайҙар, был яҡта һалам да ҡиммәтерәк — 5 мең һум.
Бойҙай, һоло, арпа, тарттырылған иген менән сауҙа итеүселәр ҙә күп түгел. «Башаҡ» хужалығынан килгән тағылмалы КамАЗ машинаһына бойҙай, һоло тултырылған тоҡтар тейәлгән. Тик һатып алыусылар күренмәй. Уларҙың хаҡтары: 50 килограмлыҡ тоҡтарҙағы бойҙай — 500, һоло 400 һум тора.
Алманың биш литрлыҡ биҙрәһен 200 – 250 һум, картуфты 150 – 200 һум менән тәҡдим итәләр.
Амангилде тарафтарында быйыл кәбеҫтә уңған, ахырыһы. Ике урында һатылған был йәшелсәнең тәүгеһен Амангилде мәктәбе уҡыусылары үҫтерһә, икенсеһе шунда уҡ фермер баҫыуында өлгөргән.
Баҙарҙа шулай уҡ һөт ризыҡтары, ит һатыусылар ҙа байтаҡ. Йәшелсәләрҙән төрлө салаттар, еләктәрҙән ҡайнатмалар, помидор тәҡдим итеүселәр ҙә бар.
Ғәҙәттә, еләк-емеш күпләп бешә башлаһа, шәкәргә хаҡ артыусан. Быйыл да шунһыҙ булманы, әлбиттә. Әле ҡайнатмалар осоро күптән тамамланыуға ҡарамаҫтан, магазиндарҙа татлы ризыҡҡа хаҡтар тағы өҫкә үрмәләгән. Күмәртәләп һатыу магазиндарында шәкәрҙең килоһы ҡайҙалыр 45 һум, икенсе урында 46 һум булһа, бәләкәй кибеттәрҙә уның хаҡы хатта 50 (!) һумға еткән.
Күренеүенсә, үҫемлек майына ла хаҡтар артҡан. Әлбиттә, етештереүсеһенә ҡарап ҡына түгел, төрлө магазинда уларға хаҡтар ҙа төрлөсә – бер үк төрлө продукцияға бер һумдан 15 һумға тиклемгәсә айырма бар. Мәҫәлән, бер литрлыҡ шешәләге «Злато» 115 – 120 һум, 4,7 литрлыҡ һауыттағы «Солнечный цветок» 489 – 505 һум тора.
Коронавирус пандемияһы көсәйеү сәбәпле, республика Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы тураһындағы Указға үҙгәрештәр индерҙе. Халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында ҡаралған башҡа өҫтәмә саралар менән бер рәттән йәмәғәт урындарында, эштә мотлаҡ битлектәрҙә йөрөү талап ителә.
Ошонан сығып, Асҡарҙа битлектәр хаҡын да белештек. Бөгөн уларҙы район үҙәгендәге үҙең теләгән дарыухананан һатып алырға мөмкин. Зәхмәтле сир осраҡтары кәмеп, битлек кейеп йөрөүгә талап йомшарғас, уларға хаҡтар ҙа төшкәйне. Әммә ваҡытлыса ғына кәметкән булғандар икән, ихтыяж артҡас, дарыуханаларҙа битлектәргә хаҡ ҡайтанан күтәрелде — барыһында ла ул 20 – 25 һум менән һатыла.
Уның ҡарауы, был тауарҙы «Красное&Белое» магазинында ни бары 4 һумға ғына алырға була. «Башспирт» магазинында ла һатыуҙа ул ҡиммәт булмаған, тик битлектәр был магазинда бөгөнгә юҡ, яҡын көндәрҙә килтерелеүен көтәләр.
Шулай итеп, нимәлер һатып алыр алдынан бер нисә сауҙа нөктәһендә булып, хаҡтарҙы сағыштырыу ҡамасауламай.

Читайте нас: