+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Октябрь 2020, 10:15

Экспорт мәсьәләһе буйынса сит илдәр менән онлайн һөйләшеү үтте

Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге белгестәре тарафынан Һиндостан, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан партнерҙарыбыҙ (шул иҫәптән буласаҡ партнерҙарыбыҙ) менән видеоконференциялар ойошторолдо. Был һөйләшеүҙәр "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы үтте.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге белгестәре тарафынан Һиндостан, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан партнерҙарыбыҙ (шул иҫәптән буласаҡ партнерҙарыбыҙ) менән видеоконференциялар ойошторолдо. Был һөйләшеүҙәр "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы үтте.
Онлайн-миссияла һиндостан менән ике вариантта хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге ҡаралды: экспортер тауарын һатып алыу һәм Рәсәй компанияһы продукцияһын һиндостанда етештереү.
Яҡтар хаҡ күләме тураһында ла һөйләште. Әле коммерция тәҡдимдәре әҙерләнә. Киләсәктә хеҙмәттәшлектең төрлө йүнәлеше билдәләнәсәк.
Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан менән онлайн-миссия ла ошондайыраҡ форматта үтте. Артабан да һөйләшеүҙәр буласаҡ.
Читайте нас: