Коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү өсөн конгресты үткәреү ваҡытын күсерергә ҡарар ителде. Видеоконференция форматында барған кәңәшмәлә федерация президенты Джефф Петтис, вице-президенты Питер Козмус, БР Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов ҡатнашты. Умартасылар ассоциацияһына ингән 80 илдең вәкилдәре сараны 2022 йылдың көҙөндә үткәреү тәҡдимен хупланы.