Район һәм ҡала хакимиәттәрендә "Эшҡыуарлыҡ сәғәтен" ойоштороу дауам итә. Уларҙың күбеһе онлайн форматта йәки коронавирусҡа бәйле һаҡланыу сараларын теүәл үтәп башҡарыла. Ошо көндәрҙә Сибайҙа үткән "Инвест сәғәт"тә "Ит эшкәртеү предприятиеһының промышленность бинаһын реконструкциялау" проекты ҡаралды. Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, " Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.