+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Ноябрь 2020, 10:30

Дүрт мең ғаиләгә бәхет йылмайҙы

1 ноябргә республикала дүрт меңдән ашыу ғаилә йыллыҡ 6,5 процент ставкалы ташламалы ипотека кредиты буйынса торлаҡ алған. Был хаҡта "Росреестр"ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хәбәр итә.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

1 ноябргә республикала дүрт меңдән ашыу ғаилә йыллыҡ 6,5 процент ставкалы ташламалы ипотека кредиты буйынса торлаҡ алған. Был хаҡта "Росреестр"ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хәбәр итә.
Программа быйылғы йылдың 17 апрелендә старт алғайны һәм тәүҙә 1 ноябргә тиклем ғәмәлдә булырға тейеш ине. Әммә аҙаҡ ил Хөкүмәте уны 2021 йылдың 1 июленә тиклем оҙайтты.
Башҡортостан – был программа популяр булған төбәктәрҙең береһе. Алты миллион һумғаса ташламалы ипотека кредитын яңы төҙөлөп ятҡан торлаҡ өсөн 20 йылға тиклем ваҡытҡа алырға була. Тәүге иғәнә торлаҡ хаҡының 10-15 процентын тәшкил итә.
Республика халҡы шулай уҡ "Ауыл ипотекаһы"нда ла әүҙем ҡатнаша. Ул йыллыҡ 0,1-3 процент ставка менән 25 йылғаса бирелә. Уның буйынса 2700-ҙән ашыу килешеү төҙөлгән. Илдә был программа буйынса күпселек эш Волга буйы федераль округында бара, ә округта иһә Башҡортостан менән Татарстан алдынғылыҡты бирмәй.
Был йүнәлештәге эштәр ил Президенты Владимир Путиндың "май" указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото: ufaved.info
Читайте нас: