+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Ноябрь 2020, 11:55

Завод төҙөлөшө тамамлана

Йәнгел ауылы эргәһендә «Ласселсбергер» холдингыһының «Цемикс» компанияһы башлаған ҡоро ҡатнашмалар заводы төҙөлөшө аҙағына яҡынлаша.

Йәнгел ауылы эргәһендә «Ласселсбергер» холдингыһының «Цемикс» компанияһы башлаған ҡоро ҡатнашмалар заводы төҙөлөшө аҙағына яҡынлаша.
2017 йылда нигеҙ һалынған завод тулы ҡеүәтенә эш башлағас, йылына 200 мең тонна аҡ цемент, 100 мең тонна микрокальцит, 300 мең тоннағаса ҡоро ҡатнашмалар етештереү планлаштырыла.
«Был завод — Урал аръяғын иҡтисади үҫтереү буйынса комплекслы программа сиктәрендә тормошҡа ашырылған иң ҙур инвестицион проекттарҙың береһе. Ул Башҡортостан өсөн генә түгел, бөтә Рәсәй өсөн дә әһәмиәтле объект. Бөгөнгө көнгә инвестор Йозеф Ласселсбергер төҙөлөшкә 5,2 миллиард һумдан ашыу инвестиция һалды, киләсәктә уның күләме 14 миллиард һумға еткереләсәк тип күҙаллана. Кәмендә 220 кешегә эш урыны булдырыласаҡ, — тине БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Илшат Тажетдинов районға килгән эш сәфәрендә. — Башлыса ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсе район булараҡ билдәле Әбйәлил, киләсәктә сәнәғәт үҫеше өсөн дә ҙур мөмкинлектәргә эйә буласаҡ».
Р. МӘСӘЛИМОВА.
Читайте нас: