+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Ноябрь 2020, 10:32

Ҡайһы бер банктар лицензияһыҙ ҡалыуы мөмкин

Рәсәйҙә 35-кә тиклем хәүеф зонаһына инеүсе банк лицензиянан мәхрүм ителеүе мөмкин.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәйҙә 35-кә тиклем хәүеф зонаһына инеүсе банк лицензиянан мәхрүм ителеүе мөмкин. Уларҙың иң күбе Мәскәүҙәге кесе һәм урта махсуслашҡан банктар, тип хәбәр итә “Эксперт РА” рейтинг агентлығы. Агентлыҡтың эксперттары билдәләүенсә, һуңғы йылда илдәге банктарҙың 26 проценты төшөмһөҙ эшләй, халыҡҡа кредит биреү эшмәкәрлеге кәмегән. Ағымдағы йылдың октябрь, ноябрь айҙарында биш банк лицензияһыҙ ҡалған. Пандемия арҡаһында иҡтисадтың башҡа өлкәләрендәге кеүек, илдең банктары ла көсөргәнеш кисерә, уларҙы тулыһынса көрсөккә тиклем эшләү кимәленә еткереү өсөн бер йыл ваҡыт кәрәк буласаҡ, ти улар.
Читайте нас: