-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Ноябрь 2020, 13:45

2024 йылға тиклем 120 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөргә тейеш

Рәсәйҙә кредит алыу күләме 59,7 миллиард һум тәшкил иткән.#ВладимирПутин

Рәсәйҙә кредит алыу күләме 59,7 миллиард һум тәшкил иткән.
Был күрһәткес буйынса республика Ленинград һәм Новосибирск өлкәләренән һуң – өсөнсө урында, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы. Был иһә 1,6 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөргә булышлыҡ итә. Ауыл ипотекаһы күләме 25 йылға тиклем 25 миллион һумғаса тәшкил итергә мөмкин. Процент ставкаһы 0,1-ҙән 3 процентҡа тиклем тәшкил итә. Ә 8 процентты Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы ҡаплай.
Бынан тыш, инженер коммуникацияларын үткәреү өсөн ҡулланыусылар кредитын файҙаланырға була. Уның күләме биш йылға тиклем 300 мең һум һәм процент ставкаһы 5 процент тәшкил итә.
Шәхси секторҙың үҫеше – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙың бер өлөшө ул.
Был милли проект буйынса 2024 йылға тиклем 120 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөлөргә тейеш. Уларҙың 40 миллион квадрат метры – шәхси йорттар.
Читайте нас: