Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Ноябрь 2020, 13:40

“Полиэф” яңы проекттарға тотона

Благовещендағы “Полиэф” предприятиеһында “йәшел” ПЭТ-гранулалар сығарыу проектын тормошҡа ашыра башлай.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Благовещендағы “Полиэф” предприятиеһында “йәшел” ПЭТ-гранулалар сығарыу проектын тормошҡа ашыра башлай.
Уны етештереүҙә йыл һайын 34 мең тоннаға яҡын икенсел сеймал, иң элек ПЭТ-флекс – тотонолған аҙыҡ-түлек төргәге киҫәктәре ҡулланыласаҡ.
Алынған гранулалар юғары талаптарға яуап бирә һәм экологиялы ПЭТ-төргөккә арта барған ихтыяжды ҡәнәғәтләндерәсәк. Юғары сифатлы продукция сығарыуҙа ҡиммәтле сеймалды ҡабатлап ҡулланыу полимер етештереүҙә энергия сығымын кәметеүгә, һауаға ағыулы газдар сығарыу күләмен түбәнәйтеүгә булышлыҡ итәсәк. Проектты тормошҡа ашырғанда эшкәртелгән шешәләрҙең ярымфабрикаттары файҙаланыласаҡ.
Республика предприятиеларында бындай технологияларҙы ғәмәлгә индереү “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын ойоштороу” федераль проекты менән билдәләнгән һөҙөмтәлелек күрһәткесенә өлгәшеү мөмкинлеген бирәсәк.
Читайте нас в