+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Декабрь 2020, 10:15

Үҙҙәренең тауарын һатырға өйрәнделәр

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы 30-ҙан ашыу кеше Фуд-акселераторҙың икенсе ағымы программаһы буйынса уҡыуын тамамланы. #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы 30-ҙан ашыу кеше Фуд-акселераторҙың икенсе ағымы программаһы буйынса уҡыуын тамамланы. Сараның төп бурысы – туҡланыу индустрияһы вәкилдәренә һәм ошо өлкәлә үҙ эшен асырға теләгән йүнселдәргә ярҙам итеү.
Ике ай дауамында сарала ҡатнашыусылар теоретик һәм практик дәрестәрҙә һөҙөмтәлерәк етештерергә, һатырға өйрәнде. Тәжрибәле маркетологтар һәм эшҡыуарҙар тауарға ихтыяж булһын өсөн уны тәҡдим итеү, төрөү серҙәренә төшөндөрҙө.
Финал сараһында – сауҙа-һатып алыу сессияһында фермерҙар, аҙыҡ-түлек етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр, “Байрам”, “Полушка”, “Глобус Гурме”, “Дөрөҫ ашатабыҙ” һәм башҡа сауҙа селтәрҙәре вәкилдәре ҡатнашты.
Фуд-акселераторҙың аҙаҡҡы этабында курсты тыңлаусылар республикалағы сауҙа селтәрҙәренә, гастромаркеттарға, ресторандарға үҙҙәренең тауарҙарын тәҡдим итте. Сара йомғаҡтары буйынса еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
“Башҡортостан” гәзитенән.
Читайте нас: