Урындарҙа үҙ эшен алып барғандарға төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.
Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” онлайн форматта ойошторолдо. Унда Мәскәүҙең NAUMI брендына нигеҙ һалыусы һәм уның баш дизайнерының мөрәжәғәте ҡаралды.
NAUMI – 2014 йылда һәләтле модельер-дизайнер Светлана Кононова, уның ғаиләһе һәм фекерҙәштәре командаһы ойошторған йәш һәм амбициоз ҡатын-ҡыҙҙар кейеме бренды.
Проект инициаторы Белорет ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн брендлы өҫ кейеме етештереүсе тегеү фабрикаһы асырға ниәт итә. Ошо маҡсатта төҙөлөш өсөн майҙан йәки әҙер бина бүлеү мәсьәләһен ҡарауҙарын һорай.
Проект буйынса һөйләшеүҙә яңы предприятие тулыһынса урындағы кадрҙар менән тәьмин ителәсәгенә ышаныс белдерелде.
Фото: Белорет районы хакимиәте сайтынан.