-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Декабрь 2020, 17:09

Республика хәләл балыҡты экспортҡа сығарырға мөмкин

Башҡортостандан хәләл балыҡты экспортҡа сығарыу планлаштырыла. Республика мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ошо хаҡта һөйләне.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандан хәләл балыҡты экспортҡа сығарыу планлаштырыла. Республика мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин Өфөлә барған Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ошо хаҡта һөйләне.
«Башҡортостанда хәләл продукция сит илгә күберәк оҙатыла башланы. Игендән, ит продукцияһынан тыш, балыҡты экспортҡа сығарыу мөмкинлеген һорайҙар. Билдәле булыуынса, балыҡ былай ҙа хәләл, ләкин барыбер башҡа илдәр ошо билдәне талап итә. Бынан тыш, республикабыҙҙа витамин заводы бар, дарыу етештерелә. Әгәр уларҙы хәләлгә күсерһәк, Башҡортостан өсөн яңы баҙарҙар асылыр ине», — тип өҫтәне Айнур Бирғәлин.
Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Рушан Әббәсов һүҙҙәренсә, бөгөн республиканың хәләл продукцияны экспортҡа сығарыу ҡеүәте шаҡтай ҙур, Сәғүд Ғәрәбстаны, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Кувейт, Бахрейн, Катар кеүек ғәрәп-ислам донъяһы илдәренә сығыу мөмкинлектәре бар.
8 декабрҙә Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы – 2020 башланды. Шул уҡ көндә ШОС һәм БРИКС илдәренең VI бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы уҙҙы.
Сығанаҡ: "Башинформ" сайты.
Читайте нас: