+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
10 Декабрь 2020, 11:30

Рәсәйҙә сифатлы аҙыҡ-түлек барлыҡҡа киләсәк

Уларҙы етештергәндә сифатына һәм экологик стандартына ҡаты талаптар ҡуйыласаҡ.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Уларҙы етештергәндә сифатына һәм экологик стандартына ҡаты талаптар ҡуйыласаҡ. Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамович белдереүенсә, сауҙа нөктәләрендә яҡшыртылған продукция барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы етештергәндә ҡәтғи стандарт талаптары ҡулланыласаҡ. Атап әйткәндә, минераль ашламалар файҙаланыуға, малдарҙы үҫтереү һәм һимертеү өсөн антибиотиктар, стимуляторҙар ҡулланыуға. Ә, бына ген инженерияһы ысулдары, генетик модификациялы организмдар (ГМО), ионлашҡан нурланышты (продукцияны зарарһыҙландырыу һәм һаҡлау ваҡытын оҙайтыу өсөн) ҡулланыу тулыһынса тыйыла. Бындай продукция етештереүселәр үҙҙәре айырым тамға ҡулланыу хоҡуғы аласаҡ.
Читайте нас: