Ноябрь йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә инфляция Үҙәк банк ҡуйған маҡсатлы йүнәлештән 4,4 процентҡа күберәк тәшкил иткән. Был беҙҙең өсөн күп, тимәк ашығыс рәүештә уны кәметеү сараларын күрер кәрәк, тине Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәте кәңәшмәһендә. “Мин һеҙҙән ябай тәҡдимдәр тугел, ә аныҡ саралар һәм был сараларҙың ҡыҫҡа арауыҡта ҡабул ителеүен, иң мөһиме, һөҙөмтәле булыуын теләйем”, - тине ул.