Шишмә май экстракцияһы заводы һәм “Элеватор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте быйыл 11 ай эсендә 51 мең тоннанан ашыу көнбағыш, рапс һәм етен ҡалдығы, төпрәһе етештергән.
Был күрһәткес былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда ете мең тоннаға күберәк.
Май етештергәндән һуң ҡалған продукттар мал аҙығы өсөн ҡиммәтле өҫтәмә булараҡ файҙаланыла. Уға Белоруссияла, Литвала, Латвияла һәм Ҡаҙағстанда ихтыяж бик ҙур. Өҫтәүенә, Башҡортостан предприятиеларының продукцияһы экспортер илдәрҙәге аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге талаптарына тулыһынса яуап бирә.
Оператив мәғлүмәттәргә ярашлы, декабрь башына Башҡортостандағы агросәнәғәт комплексында тауар экспортының дөйөм күләме 135 миллион долларҙан ашып киткән. Экспорттың төп өлөшөн май продукцияһы биләй. Хәҙер иһә уны етештереү барышында барлыҡҡа килгән продукттар өлөшө лә арта.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, был күрһәткес 230 миллион долларға тиклем үҫергә тейеш.