+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Декабрь 2020, 11:35

Хаҡтарҙы ауыҙлыҡларға

Рәсәй Президенты Владимир Путин аҙыҡ-түлеккә хаҡ арттырыуҙы туҡтатырға кәрәк, тигән фарман еткерҙе.#ВладимирПутин

“Халыҡ тәү сиратта күпләп һатып алған макарон, шәкәр һәм онға хаҡтарҙы күтәреү — дөрөҫ түгел, — тине ул. — Киләһе аҙнала хәлдең тотороҡло булыуын көтәм”. Президент һүҙҙәренсә, сауҙа нөктәләре иң үтемле тауарҙарға хаҡ бесә, нигеҙҙә көнбағыш майы (30 проц.), он (19, 9 проц.), макарон изделиелары (10,5 проц.), икмәк (6 проц.) хаҡтарының ныҡ артыуы күҙәтелә. Әгәр быны хәҙер туҡтамаһаҡ, Яңы йылға тиклем улар тағы ла ҡиммәтләнәсәк, тине ил башлығы. “Ә шәкәр 71 процентҡа күтәрелгән, һеҙ ҡайҙа ҡарайһығыҙ?” — тине ул ауыл хужалығы министрына.
Читайте нас: