+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Декабрь 2020, 14:21

Ҡаты контроль аша милли проекттарҙы мутлашыуҙан һаҡларға

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыусыларға етешһеҙлектәр өсөн енәйәти яуаплылыҡ янай.

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыусыларға етешһеҙлектәр өсөн енәйәти яуаплылыҡ янай. Генераль прокуратура һуңғы йылдарҙа бигерәк тә милли проекттарға киткән бюджет аҡсаһын ниндәй шарттарҙа бүленеүен, адресатҡа ваҡытында барып етеүен күҙәтеүҙе көсәйтте. Һөҙөмтәлә, бюджет аҡсаһының бөтә кимәлдә һәм этапта ваҡытында тотонолоп бөтөлмәүе асыҡланды, тип белдерҙе Рәсәй Генераль прокуратураһы. Тикшереү барышында 2,5 меңдән ашыу ошондай етешһеҙлек теркәлгән. Милли проекттар өсөн ҙур күләмдә финанслауҙы иҫәпкә алып, был көнүҙәк проблема икәнен аңлап була. Аҡсаның байтаҡ өлөшө юҡ-барға маҡсатһыҙ тотонолоп, көтөлгән һөҙөмтә бирмәйәсәк. Шуға күрә, төрлө санкциялар аша контролде көсәйтеү ыңғай һөҙөмтәгә килтерәсәк. Беҙҙең илдә бюджет аҡсаһын тотоноуҙы контролдә тотҡан, мониторинг алып барған структуралар етәрлек, быға Иҫәп палатаһын, Генераль прокуратураны, Росфинмониторингты, урындарҙа контроль-ревизия идаралыҡтарын, шулай уҡ бер нисә министрлыҡ һәм башҡа ведомствоны индерергә була.
Читайте нас: