-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Декабрь 2020, 21:45

Бар талаптарға ла яуап бирә

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса системалы саралар” төбәк проектына ярашлы, Белорет металлургия комбинатында маҡсатлы эш башҡарыла.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса системалы саралар” төбәк проектына ярашлы, Белорет металлургия комбинатында маҡсатлы эш башҡарыла.
Күптән түгел комбинат етештергән канаттарының дәүләт стандарттарына яуап биреүен раҫланы. Мотлаҡ сертификатлау ике төр йөк канаттарына үткәрелә. Уларҙың бер өлөшө ҡорос сымдарҙан - япмаһыҙ, икенсе өлөшө цинк япмалы итеп сығарыла. Шул арҡала канаттар агрессив мөхиттә тутҡа бирешмәй, уларҙы эксплуатациялау ваҡыты арта.
Сертификация ике этапта уҙғарыла, өлгөләр аккредитацияһы булған махсус лабораторияла тикшерелә. Һөҙөмтәләр буйынса, Белорет металлургия комбинатына ике сертификат тапшырыла, улар канаттарҙың бөтә талаптарға, шул иҫәптән хәүефһеҙлек талаптарына ла тулыһынса яуап биреүен раҫлай.
Фото: БМК сайтынан.
Читайте нас: