Рәсәй Президенты Владимир Путин бөтә алкоголь продукцияһын махсус маркировкалау тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Закон 2021 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инәсәк. Әле үҙебеҙҙә етештерелгән продукция федераль махсус маркалар менән маркировкалана, ә сит илдән индерелгәндәре акциз маркалар ала.
Закон ғәмәлгә ингәс, федераль махсус маркалар менән бөтә алкоголь дә билдәләнәсәк. Алкоголь баҙарын көйләү буйынса федераль хеҙмәт маркаларҙы биреү һәм уларҙы файҙаланыуҙы контролдә тотасаҡ, ә таможня алкоголде декларациялағанда уның маркировкаһын тикшерәсәк.