+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Декабрь 2020, 10:20

Башҡортостанда электротехник изделиелар етештереү заводы эшләй башланы

Башҡортостанда «БИТ» стена һәм иҙәнгә ҡуйыла торған электротехник корпустар етештереү заводы эшләй башланы. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда «БИТ» стена һәм иҙәнгә ҡуйыла торған электротехник корпустар етештереү заводы эшләй башланы.
Ике йылда «Элком» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Өфө районы Зубов ауылы янында төҙөлгән яңы заводҡа 650 миллион һум аҡса һалған. 2023 йылға – 209-ға тиклем яңы юғары етештереүсәнле эш урыны булдырыу, 2026 йылда проект ҡеүәтенә сығыу планлаштырыла, тип хәбәр итә Башинформ мәғлүмәт агентлығы.
Яңы предприятие стена һәм иҙәнгә ҡуйыла торға электротехник корпустар, мәғлүмәттәрҙе һаҡлау һәм эшкәртеү үҙәктәре өсөн корпустар, металл конструкциялар етештерә.
«Элком» йәмғиәте директоры Илшат Шәйхетдинов һүҙҙәренсә, проектты тормошҡа ашырыу Рәсәйҙең сәнәғәт предприятиеларының сит илдә етештерелгән электротехник шкафтарҙың төрлө төрҙәре менән тәьмин итеүгә бәйлелеген кәметергә, шулай уҡ сәнәғәт предприятиеларын сифатлы металл конструкциялар менән тәьмин итергә тейеш.
Читайте нас: