+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Декабрь 2020, 12:30

Бизнесҡа 34,6 миллиард һумлыҡ ярҙам

2020 йылдың 11 айында Башҡортостанда кесе һәм урта бизнесҡа 8200 төрлө рәүештә 34,6 миллиард һумлыҡ ташламалы ярҙам булған.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2020 йылдың 11 айында Башҡортостанда кесе һәм урта бизнесҡа 8200 төрлө рәүештә 34,6 миллиард һумлыҡ ташламалы ярҙам булған.
Тағы ла, бизнестың 1300-ҙән ашыуына 1,8 миллиард һумлыҡ “кредит каникулы” бирелгән, 700-ҙән күберәгенең кредиты реструктуризация үткән, йәғни аҡсаға әйләндергәндә был 6,3 миллиард һумға тиң.
Шулай уҡ 6200 кесе һәм урта бизнес субьектына төрлө ташламалы кредиттар бирелгән, шулар эсенә эш хаҡы түләү өсөн процентһыҙ заем, эшмәкәрлектәрен тергеҙеү өсөн йыллыҡ ставкаһы ике процентлы кредит, йыллыҡ ставкаһы кәметелгән 8,5 процентлы кредиттар инә.
Улар бындай төр ярҙамды, кесе һәм урта бизнес, шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән милли проектҡа ярашлы алалар. Тимәк, бөтә донъялағы иҡтисади көрсөк, эшҡыуарлыҡ үҫешенең туҡтап торған, төрлө юғалтыуҙар кисергән ваҡытында, улар өсөн ҙур ярҙам ул. Был өлкәлә эшләгән кешеләр ниндәйҙер кимәлдә Башҡортостан Хөкүмәте яғынан ярҙам алалар, үҙ эшмәкәрлектәрен юғалтмау өсөн сара булып тора.
Читайте нас: