+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Декабрь 2020, 12:25

Дыуанда ярмалар етештереләсәк

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проекты һәм “Фермерҙарға ярҙам һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү системаһын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә Башҡортостанда быйыл 68 яңы эш башлаған ауыл эшҡыуары дөйөм алғанда 211,5 миллион һум “Агростартап” грантын алған. 28 ауыл хужалығы кооперативы 49,4 миллион һум субсидия алған.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проекты һәм “Фермерҙарға ярҙам һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү системаһын булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә Башҡортостанда быйыл 68 яңы эш башлаған ауыл эшҡыуары дөйөм алғанда 211,5 миллион һум “Агростартап” грантын алған. 28 ауыл хужалығы кооперативы 49,4 миллион һум субсидия алған. Шуларҙың берәүһе Дыуан районындағы “Йәшелсә йәннәте” ауыл хужалығы кооперативы. Ул халыҡтан продукция йыйыу менән шөғөлләнә. Грант отҡан кооператив тиҙ әҙерләнә торған ярмалар етештерергә ниәтләй.
Кооператив тиҙ әҙерләнә торған ярмалар һәм бешереү талап ителмәгән яҫмыҡтар әҙерләү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашыра. 43 миллион һум дәүләт грантына кәрәкле ҡоролмалар менән ярма цехы һатып алынған. Эш өсөн барыһы 72 миллион һум аҡса талап ителә.
Етештереүҙе киләһе йылдың икенсе яртыһында башларға уйлайҙар. Фаразлауҙарынса, проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 15 эш урыны булдырыласаҡ.
Читайте нас: