Нефтекама предприятиеһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подразделениелары, нефть һәм газ, тау-байыҡтырыу ойошмалары, машиналар эшләү һәм башҡа тармаҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус эш һәм фирма кейеме тегә. Бындай кейемгә ихтыяж ярайһы уҡ ҙур, ул бөтә Рәсәй буйынса һатыла. Компания даими үҫешә, етештереүҙе камиллаштыра. Әле “Метро” йәмғиәте Ағиҙел ҡалаһында өр-яңы тегеү бүлексәһе аса.
“Метро”ның кейсы Башҡортостанда эшҡыуарлыҡҡа комплекслы ярҙамдың сағыу өлгөһөн тәшкил итә. “Минең бизнесым” офисы, Төбәк гарантия фонды, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларындағы бизнес-шерифтар тарафынан эшҡыуарлыҡҡа ярҙам инфраструктураһы үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Гарантия ярҙамынан файҙаланып эшҡыуар Ағиҙелдә тегеү предприятиеһы асып, яңы эш урындары булдырҙы.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.