Беҙ тауарҙы экспортҡа сығарыусыларға ярҙам итеүҙең яңы ысулдарын һәм форматтарын тормошҡа ашырырға тырышабыҙ. Ул сит ил баҙарҙарына республика экспортын тәьмин итеү өсөн потенциаль экспортҡа сығарыусыларҙы асыҡлауҙы күҙаллай”, – тип белдерҙе ведомство етәксеһе Маргарита Болычева.
Яңы проект сиктәрендә муниципалитеттар башлыҡтары һәм бизнес-шерифтар менән экспорт мәсьәләләре буйынса кәңәшмәләр үткәреләсәк, республиканың экспортҡа сыҡҡан предприятиелары менән шәхси консультациялар ойоштороласаҡ. Бының өсөн муниципалитеттарҙа мобиль арауыҡтар – брендлы микроавтобустар – ойоштороласаҡ. Унда республиканың Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге белгестәре, санитар ҡағиҙәләрҙе иҫәпкә алып, эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осрашасаҡ.
Был яңы проектты республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостан экспортына ярҙам итеү үҙәге ойоштора. Экспортҡа сығарыуға ярҙам итеү саралары ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара коперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.