Беҙ федераль үҙәк ҡуйған күрһәткесте 36,3 процентҡа арттырып үтәнек. Декабрҙә республиканың тағы 21 ойошмаһы ошо милли проектта ҡатнашыусылар исемлеген тулыландырҙы, тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы инвестиция сәйәсәте һәм иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов. Был предприятиеларҙа һаҡсыл етештереүсәнлек алымын ҡулланыу, үҙе генә хеҙмәт етештереүсәнлеген уртаса утыҙ процентҡа күтәргән, бөтә етештереү процесы барышы ваҡыты 44,5 процентҡа кәмегәне билдәле булды.