+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Ғинуар 2021, 17:50

Мөмкинлектән файҙаланығыҙ!

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеү өсөн һанлы платформа ойошторолған.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеү өсөн һанлы платформа ойошторолған.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итеү платформаһы ил Президенты Владимир Путиндың “май” указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам и теү” милли проектының “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының акселерацияһы” федераль проекты ярҙамында мөмкин булды.
Хәҙер “Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәгенән онлайн-консультациялар алыу, видеобәйләнеш ярҙамында ойошмалар менән “һорау-яуап” форматында аралашыу, һатып алыуҙар һәм унда ҡатнашыу өсөн заявка биреү, логистик, юридик, бухгалтер сервистары файҙаланыу һәм башҡа хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкин булды.
Шулай итеп, хәҙер эшҡыуарҙар үҙҙәренә күрһәтелгән барлыҡ ярҙам хаҡында онлайн форматта белешә ала. Әйткәндәй, әлегә был платформа тулыландырыла. 2021 йыл аҙағына ул камиллашыр тип көтөлә.
Бөгөн эшҡыуарҙар “Минең эшҡыуарлыҡ” онлайнү майҙансығында (https://msp.economy.gov.ru/) ҡатнаша ала. Эшҡыуарҙың һанлы платформаһына шәхси кабинетты булдырыу өсөн электрон адресығыҙҙы күрһәтеп йәки дәүләт порталы аша керергә мөмкин.
Читайте нас: