+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Ғинуар 2021, 16:11

Иҡтисад тотороҡло булһын өсөн...

Башҡортостанда иҡтисадтың тотороҡлолоғон тәьмин итеү буйынса саралар сиктәрендә 1334 ойошма ярҙам алды. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда иҡтисадтың тотороҡлолоғон тәьмин итеү буйынса саралар сиктәрендә 1334 ойошма ярҙам алды. Уларға күрһәтелгән субсидия күләме 4,5 миллиард һум тәшкил итте, тип хәбәр итә республиканың Иҡтисади үҫеш министрлығы.
54 мең ойошма һәм эшҡыуар (дөйөм һандың 42 проценты) һалым түләүҙең ябайлаштырылған системаһы буйынса ташламаларҙан файҙаланған. Был һалым ташламалары күләме 12 миллиард һумдан ашыу булған.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ҡараған 2 мең субъект дәүләт һәм муниципаль милек буйынса ҡуртымға алыу өсөн түләүҙәре кисектереү, азат булыу мөмкинлегенән файҙаланған. Был – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты маҡсаттарының береһе.
Төбәк микрокредит ойошмаһы 398,2 миллион һумлыҡ 232 займ тәҡдим иткән. Гарантия фонды 708,9 миллион һумлыҡ 93 поручителлек биргән. 25 предприятие республиканың Сәнәғәт үҫеше фондынан 450,3 миллион һумлыҡ кредит алған.
Ауыл хужалығына ҡараған 262 предприятиеға һәм эшҡыуарҙарға техника һатып алыу өсөн 782 миллион һум тирәһе субсидия бирелгән.
Фото: tver.narzur.ru
Читайте нас: