-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Ғинуар 2021, 16:15

Күрһәткестәр насар түгел

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йылда инвестиция күләмен 110 процентҡа тиклем арттырыу күҙаллана.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2021 йылда инвестиция күләмен 110 процентҡа тиклем арттырыу күҙаллана.
2020 йылдың ғинуар-сентябре йомғаҡтарына ҡарағанда, республикала төп капиталға инвестиция 209,6 миллиард һум тәшкил иткән, 4,3 процентҡа артҡан. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә 13-сө урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Федерацияһында 32 төбәктә генә инвестицияларҙың артыуы күҙәтелә.
Республикала кредит буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн ҡаплау, капиталь төҙөлөш объекттарын инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураһы менән тәьмин итеү, ойошмаларҙың табышына һалым буйынса инвестиция һалым ҡайтармаһы тураһында закон ҡабул итеү уңайлы инвестиция шарттары тыуҙыра. Был саралар төбәктә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуға этәргес бирә.
Йыл аҙағына республикалағы инвестиция портфеленә муниципаль кимәлдә ғәмәлгә индерелгән 1200 проектты үҙ эсенә алған.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас: